dcsimg

Бағыр ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Бағыр (лат. Salmo trutta, рус. Кумжа, Ручьевая форель) — һөмбаш балыҡтар (Salmonidae) ғаиләһендәге балыҡ.

Ҡылыҡһырлама

Кәүҙәһенең оҙонлоғо 37 см-ға ҡәҙәр, ян-яҡтан ҡыҫылған. Ареалының сиктәрендә кәүҙәһенең оҙонлоғо 25-55 сантиметр тирәһендә тирбәлә. Уның ғәҙәттәге ауырлығы 300—400 грамм. Йәшәү шарттарына ҡарап ауырлығы 1,3-2 кг тирәһенә етергә мөмкин.

Башы өҫкө яҡтан яҫыланған. Төҫө ҡара, ян-яҡтары алтын һымаҡ һары, ҡорһаҡ өлөшөндә күп һанда төрлө төҫтәге тимгелдәр бар. Төҫө мөхитендәге грунтҡа, һыу ятҡылығындағы фонға, миҙгелгә, аҙығына һәм башҡа бик күп факторҙарға бәйләнгән.

Ҡайһы берәүҙәр уны сыбайсыҡ тип тә йөрөтә. Уның һоҡланғыс матурлығын ҡыҙыл, ҡара төртөктәр билдәләй.

Тәңкәһе ваҡ, ҡойроғо ҡара төҫтә, тештәре күп, тигеҙ, күҙе үткер. Йылғаның ҡомороҡтарында, ағас араларына йәшеренә.

Таралыуы

Евразия, Төньяк Америка, Африкала тереклек итә, Австралия һәм Яңы Зеландияла климатҡа яраҡлашҡан. Башҡортостандың таулы төбәктәрендә бағры, күберәк Белорет, Ғафури, Ишембай, Әбйәлил, Күгәрсен райондарының һыу ятҡылыҡтарында осрай.

Белорет районының Наяҙы, Буғанаҡ йылғаларында, Маҡар янындағы Бикәҙе йылғаһында, Бөрйән, Ейәнсура төбәгендә һәм башҡа ерҙәрҙә осраштыра.

Әле Белорет һәм Бөрйән төбәгендәге Оло һәм Кесе Бәшәке (Апшаҡ йылғаһы) — бағры балығы резервтары (йәғни тәбиғи байлыҡтар дәүләт тарафынан махсус һаҡлауға алынған урын).

Бағыр резерваттары итеп йәнә түбәндәге урындар алынды: Ғафури төбәгендә, Һыуяҡты йылғаһы (Усман ауылы эргәһендә), Күгәрсен төбәгендә — Оло һәм Кесе Инәк йылғалары.

Бағыр бик тәмле балыҡ. Ул тик беҙҙең республикала ғына түгел, бәлки бөтә донъяла иң ҡиммәтле балыҡтарҙың береһе. Халыҡ уны юҡҡа ғына «батша балығы» тип атамаған.

Йәшәү рәүеше

Бағыр тик һалҡын һәм таҙа һыуҙа ғына йәшәй. Боҙ аҫтында ла һәйбәт ҡышлай ала.

Ул үтә һаҡ. Ауға көндөҙ сыға, 10-12 градуста яҡшы туҡлана. Һыуҙың йылылығы 18 градустан юғары күтәрелһә, бөтөнләй ашамай башлай.

Ауға көндөҙ сыға торған йыртҡыс балыҡтарҙан бағры иң яҡшы күреүселәрҙән һанала. Сөсө һыуҙың чемпионы тип тә атайҙар бағырҙы. Ул сәғәтенә 35 км тиҙлек менән йөҙә ала.

Күберәк ултыраҡ тормош алып бара. Алыҫ араларҫа күсеп йөрөмәй. Өлкән балыҡтары көҙгө һәм ҡышҡы ыуылдырыҡ сәсеүҙән һуң шишмәләргә яҡыныраҡ урындарҙа тәрәнерәк ятыуҙарға күсә. Кыш осорон шундай зөмбәйҙәрҙә ваҡ балыҡтар аулап үткәрә.

Яҙғыһын болғансыҡ һыуҙар килеү менән ҡышлау урындарын ташлап китәләр. Йәшеллек күренеү менән йәйге урындарына күсәләр.

Өлкән балыҡтар яңғыҙаҡ йәшәүҙе үҙ итә. Йылға тамаҡтарында, шарлауыҡтар тирәһендә, текә ярҙар янындағы урындарҙа урынлашалар.

Ваҡ бағыр балыҡтары һай шаршыларҙа туплана. Көтөүҙәргә берләшеп, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөй. Һыу аҫтындағы үҫентеләр араһында, эре таштар артында, ағым көслө булмаған, ләкин өйөрөлтмәктәр булған урындарға өҫтөнлөк бирәләр.

Туҡланыуы

Ваҡ ҡыҫала һымаҡтар, бөжәктәрҙең ҡарышлауыҡтары, ваҡ моллюскалар, балыҡтар, бөжәктәр, сүмесбаштар, тәлмәрйендәр, һыуҙа йәшәүсе ваҡ имеҙеүселәр менән туҡланалар.

Тамаҡ туйҙырыу мәлдәре иртәнге йәки киске сәғәттәргә тура килә. Был мәлдә һыу өҫтөндә осҡан бөжәктәрҙе эләктереү өсөн һыуҙан ырғып күтәреләләр.

Ыуылдырыҡтар ҙа яратҡан аҙығы булып тора. Ас мәлдәрендә үҙ ыуылдырыҡтарын (етерлек дәрәжәлә йәшереп ҡуйылмаһа), сәлбәрәләрен дә ашарға мөмкиндәр. Балыҡсылар уларҙы, иң яратҡан аҙығы — ямғыр йәки ер селәүсене ярҙамында тоталар.

Йәшенле ямғырҙар, көслө елдәр һөҙөмтәһендә һыуға бик күп бөжәктәр ҡолағанда, был балыҡтар һыу өҫтөндә йөҙөп байрам итеп алалар. Шуғалыр ҙа, улар һыу ситендә үҫкән үҫемлектәр араһын яраталар.

Эҫе көндәрҙә йылғаларға ҡойған шишмә тамаҡтарына йыйылалар. Бындай урындар булмаһа, өңдәргә инеп йәшенәләр. Эҫенән шаңҡып ятҡан саҡтарында, балыҡсылар уларҙы яланғас ҡул менән дә тота алалар. Ә былай бик сос балыҡтар.

Балыҡтарҙы сикһеҙ аулау, Республиканың көньяҡ-көнсығышында ваҡ йылғалар күпләп ҡороуы һөҙөмтәһендә бағры ла бөтә бара. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына ингән.

Үрсеүе

Енси етлегеү, үрсеү мәле өсөнсө йылдарына тура килә. Ыуылдырыҡтарын ноябрҙан алып декабрь буйына сәсәләр. Бының өсөн ҡырсынлы, суйыр ташлы, шәп ағымлы һайлыҡтарға өҫтөнлөк бирәләр.

Бағырҙың ыуылдырығы эре була (диаметры 3 миллиметрға яҡын). Күптәр өсөн ымһындырғыс аҙыҡ булып тора. Үрсемен ашалыуҙан һаҡлап алып ҡалыу өсөн, инә балыҡтар тәүҙә ҡойроҡтары менән көслө хәрәкәттәр яһап соҡорҙаар эшләп алалар ыуылдырыҡтарын шунда йәшерәләр. Ә бағырҙың үрсеме бик ҙур түгел (200 дән 2 меңгә ҡәҙәр бөртөк).

Ҡарышлауыҡтары ҡыш буйына ышыҡтарында йәшеренеп яталар.ҙ еткәс кенә сыға башлайҙар. Ыуылдырыҡ һарыһындағы запас бөткәнсе, оҙаҡ ҡына ышыҡтарынан алыҫ китмәйҙәр.

Сама менән 4 аҙна тирәһе үткәс кенә төйәктәрен ташлап умыртҡаһыҙҙар (зоопланктон, бөжәктәр һ. б. умыртҡаһыҙҙарның ҡарышлауыҡтары) менән туҡланыуға күсәләр. Был мәлдә шәп итеп үҫә башлайҙар. Йыл эсендә ун сантиметр тирәһенә етәләр.

Сығанаҡ

Әҙәбиәт

  • Нафиҡов Шамил. Һыу буйында балыҡсы.— Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1997.— 176 бит.
  • Галеева А. Х. Красная книга // Башкирская энциклопедия . — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2013. — ISBN 978-5-88185-306-8 .
  • Баянов М. Г. Редкие виды животных // Башкирская энциклопедия . — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2013. — ISBN 978-5-88185-306-8 .
license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors

Бағыр: Brief Summary ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Бағыр (лат. Salmo trutta, рус. Кумжа, Ручьевая форель) — һөмбаш балыҡтар (Salmonidae) ғаиләһендәге балыҡ.

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors