dcsimg

Базидиомицеттар ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Базидиомико́та (лат. Basidiomycota), базидиомицеттар— базидия тип аталған булава һымаҡ структураларҙа спора барлыҡҡа килтереүсе биология бүлегенең бәшмәктәр батшалығы. Базидияларҙа енси споралары булған бәшмәктәр иң юғары төҙөлөшлө. Базидиспоралар үҫеп сығып бәшмәк мицелалары барлыҡҡа килтерәләр.

Аскомицеттар менән юғары бәшмәктәр (Dikarya) бәләкәй батшалығына ҡарай.

 src=
Базидиомицет бәшмәктә базидий

Базидиомицеттар араһында ағыулы бәшмәктәрҙә бар. Базидиомицеттар үҫемлек ҡалдыҡтарын тарҡатыу, матдәләр алмашыныу процессында ҡатнаша. Паразит бәшмәктәр үҫемселеккә, ағас ҡоролмаларға зыян килтерә.

Майлы бәшмәк, сусҡа бәшмәге, ҡайын бәшмәге, ҡарама бәшмәге кеүек ашарға яраҡлы бәшмәктәрҙең күбеһе ошо классҡа ҡарай. Был бәшмәктәр аҡһымға һәм биологик актив матдәләргә бай.

Әҙәбиәт

  • Гарибова Л. В., Лекомцева С. Н. Основы микологии. — М., 2005. — ISBN 5-87317-265-X.
license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors

Базидиомицеттар: Brief Summary ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Базидиомико́та (лат. Basidiomycota), базидиомицеттар— базидия тип аталған булава һымаҡ структураларҙа спора барлыҡҡа килтереүсе биология бүлегенең бәшмәктәр батшалығы. Базидияларҙа енси споралары булған бәшмәктәр иң юғары төҙөлөшлө. Базидиспоралар үҫеп сығып бәшмәк мицелалары барлыҡҡа килтерәләр.

Аскомицеттар менән юғары бәшмәктәр (Dikarya) бәләкәй батшалығына ҡарай.

 src= Базидиомицет бәшмәктә базидий