dcsimg
Image of Anomalous Peony
Creatures » » Plants » » Dicotyledons » » Peony Family »

Anomalous Peony

Paeonia anomala L.

Дөр-дөр сәскә ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Дөр-дөр сәскә (Пио́н уклоня́ющийся, Пион необыча́йный, Пион непра́вильный[1], Ма́рьин ко́рень, Пион Марьин-корень [2], лат. Paeónia anómala) — Пион ырыуынан күп йыллыҡ үлән үҫемлек. Ҡатнаш яҡты урмандарҙа, урман ситтәрендә, туғайҙарҙа, йылға үҙәндәрендә үҫә. Уңдырышлы тупраҡлы, ҡояшлы урындарҙы ярата.

Баҡсаларҙа декоратив үҫемлек итеп үҫтерелә. Культурала 1788 йылда[3] күренә башлай.

Исеме

Владимир Далдең аңлатмалы һүҙлегендә һәм Анненковтың Ботаника һүҙлегендә дөр- дөр үҫемлегенең бер нисә исеме телгә алына — марьина трава, сердечные ягоды[4], шегня[5] (Tschegna). Һуңғы атама монгол сығышлы булыуы бар. Шулай уҡ Себер татарҙарында ошо исем таралған.

Gmelin - Flora Sibirica - Paeonia anomala L.jpg
И. Г. Гмелин китабынан ботаник иллюстрация «Flora Sibirica».

Йәшәгән мөхит һәм таралышы

Рәсәйҙең Себер өлөшөндә, Ҡаҙағстанда, Монголияла, Ҡытайҙа киң таралған төр булып тора. Рәсәйҙең европа өлөшөндә Пермь крайында, Коми Республикаһында (Вычегда, Айюв, Ухта, Печора Пижмаһы, Печора, Илыча йылғаларының үрге ағымында; Печора һәм Мезенская-Вычегодская уйһыулыҡтарындағы йылға үҙәндәрендә)[6] һәм Турья ярымутрауында осрай.

Ылыҫлы һәм ваҡ япраҡлы урмандарҙа, урман ҡырҙарында, аҡландарҙа үҫә. Тауҙарҙа субальп бүлкәттәргә тиклем осрай. Уртаса һаҙыматлы бай тупраҡҡа өҫтөнлөк бирә. Көтөү йөрөгән ерҙәрҙә юҡҡа сыға. Урыны менән бик ҡеүәтле булып үҫә. Тамырындағы бүлбеләренең, тамырһабағының уңышы 5-10 ц/га етә[7].

Пион һирәк осраған үҫемлектәр төрөнә инә. Ҡайһы бер төбәктәрҙә юҡҡа сыға барыусы үҫемлектәр иҫәбендә.

Пион Ҡаҙағстан Республиканыңүҫемлек һәм хайуандарының Ҡыҙыл китабына индерелгән[8][9], Рәсәйҙә Башҡортостан Республикаһының, Коми Республикаһының Ҡыҙыл китаптарының исемлегендә тора (1998 һәм 2009 йылдарҙағы баҫма).

Ботаник тасуирлама

Һабаҡтары ҡырлы. Бейеклеге яҡынса 1 м тирәһе. Тамырһабаҡтары ҡеүәтле, горизонталь урынлашҡан. Һоро төҫтәге тамырҙары орсоҡ формаһында, тарбаҡлы. Киҫеме аҡ төҫтә. Тәме татлыраҡ. Тамырын һындырғанда көслө еҫе сыға.

Япраҡтары ҡатмарлы. Йәймәһе ҙур һәм ныҡ телгеләнгән. Ике тапҡыр өсәрле өлөшкә айырылған. Улары һәр береһе тағын да оҙонсай (ланцетные) өлөштәргә ҡыйғасланып телгеләнгән.

Сәскәләре алһыу һәм ҡуйы ҡыҙыл төҫтә. Яңғыҙ сәскә (одиночный). Диаметры 10 сантиметр тирәһе. Сәскә эргәлеге ике ҡатлы (двойной). Май-июнь айҙарында сәскә ата.

Химик составы

Дарыу әһәмиәтендәге матдәләре башлыса үҫемлектең тамырҙарында тупланған: эфир майҙары, салицил һәм бензойный кислоталары, метилсалицилат, микроэлементтар, флавоноидтар, сапонин, дубиль матдәләр . Яҡынса 1,5 % эфир майы, алкалоидтар, глюкозид (салицин) барлығы асыҡланған.

Хужалыҡтағы әһәмиәте һәм ҡулланылышы

Дауа маҡсатында үләнен (лат. Anomalae Paeoniae Herba), тамырһабағын һәм тамырҙарын (radix Rhizoma anomalae Paeoniae et) ҡулланалар. Үлән өлөшөн сәскә атҡан мәлдә алалар. Тамырһабағын һәм тамырҙарын теләгән ваҡытта алырға була. Әммә үләне менән бергә алыу отошлораҡ. Кулланыу өсөн спиртлы төнәтмәһен эшләйҙәр. Невроз һәм йоҡоһоҙлоҡ осрағында тынысландырыусы (седатив) сара итеп ҡулланалар.

Үҫемлек күп дозала ағыулы. Шуға ла, сама белеп ҡулланырға кәрәк. Халыҡ медицинаһында киң ҡулланыла. Ашҡаҙан сирҙәрен, эпилепсияны, һәр төрлө шештәрҙе дауалағанда, йүткергәндә ҡулланыла.

Себерҙә тамырҙары ит өсөн тәмләткес итеп ҡулланыла. Бик декоратив.

Таксономия

Төрсәләре
Яҡын төрҙәр

Иҫкәрмәләр

  1. Блинова К. Ф. и др. Ботанико-фармакогностический словарь : Справ. пособие / Под ред. К. Ф. Блиновой, Г. П. Яковлева — М.: Высш. шк., 1990. — Б. 223. — ISBN 5-06-000085-0.
  2. Андреева и др., 1984
  3. Paeonia anomala in Ornamental Plants From Russia And Adjacent States Of The Former Soviet Union @ efloras.org
  4. См. ссылку на Викитеку в разделе «Ссылки»
  5. Шегня // Lua хатаһы: expandTemplate: template "бсокр" does not exist.. — 2-е изд. — СПб. : Типография М. О. Вольфа, 1880—1882.
  6. Растительная флора Республики Коми: Марьин корень «Марья-моль»
  7. Губанов И. А. и др. Дикорастущие полезные растения СССР / отв. ред. Т. А. Работнов — М.: Мысль, 1976. — Б. 123—124. — (Справочники-определители географа и путешественника).
  8. Постановление Правительства Республики Казахстан от 31 октября 2006 года N 1034 «Об утверждении Перечней редких и находящихся под угрозой исчезновения видов животных и растений»
  9. Красная Книга РК. Пион уклоняющийся, марьин корень
  10. subsp. veitchii: сведения о названии таксона на сайте The Plant List (version 1.1, 2013). (инг.)

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

  • Дөр-дөр сәскә: таксон тураһында «Плантариум» проектында мәғлүмәт.
license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors

Дөр-дөр сәскә: Brief Summary ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Дөр-дөр сәскә (Пио́н уклоня́ющийся, Пион необыча́йный, Пион непра́вильный, Ма́рьин ко́рень, Пион Марьин-корень , лат. Paeónia anómala) — Пион ырыуынан күп йыллыҡ үлән үҫемлек. Ҡатнаш яҡты урмандарҙа, урман ситтәрендә, туғайҙарҙа, йылға үҙәндәрендә үҫә. Уңдырышлы тупраҡлы, ҡояшлы урындарҙы ярата.

Баҡсаларҙа декоратив үҫемлек итеп үҫтерелә. Культурала 1788 йылда күренә башлай.

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors