dcsimg

Ҡутырбаш ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Ҡутырбаш — (лат. Knáutia arvénsis ҡарут һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

Таралышы

Bombus sylvarum (male) - Knautia arvensis - Keila1.jpg

Яҡынса 50 төрө билдәле, Европаның, Көнбайыш Азияның һәм Төньяҡ Африканың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә. Ике йәки күп йыллыҡ үлән.

Ботаник яҙма

Һабағы төҙ, ябай, бейеклеге 30—200 см. Япрағы ҡапма-ҡаршы, ҡауырһын һымаҡ телемле (һирәгерәк бөтөн), һабаҡ япраҡтары — ултырма, сиратлы, һабаҡты яртылаш уратҡан, бөтөн ситле, аҫҡылары — һаплы. Сәскәһе ваҡ, аҡ, һары, алһыу зәңгәр төҫтә, ике енесле, дөрөҫ төҙөлөшлө түгел; тығыҙ ялпаҡ ярымшар формаһындағы тумалаҡ сәскәлеккә йыйылған. Тажы һәм тышҡы каса япрағы көпшә, эскеһе — сынаяҡ аҫты һымаҡ, тешле, һеркәсе 4-әү. Июнь—сентябрҙә сәскә ата. Емеше — орлоҡса, июль—сентябрҙә өлгөрә.

Файҙаланыуы

Мал аҙығы, декоратив, баллы үҫемлек. Баҫыу Ҡутырбашы бөтә республикала ҡыуаҡлыҡтар араһында, болондарҙа, урман ситтәрендә; эндемик татар Ҡутырбаш Башҡортостандың Урал алдында киң япраҡлы урмандарҙа үҫә.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors

Ҡутырбаш: Brief Summary ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Ҡутырбаш — (лат. Knáutia arvénsis ҡарут һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors