dcsimg
Image of Monteverde Moss Salamander
Creatures » » Animal »

Chordates

Chordata

Хордалылар ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Хордалылар (лат. Chordata) — эсәклек өҫтөндә ятыусы хорда рәүешендәге үҙәк һөлдәһе булған айырым хайуандар тибы; умыртҡалыларҙың яралғы үҫеше дәүерендә хордаһы умыртҡалыҡ менән алмашына. Хордалыларға умыртҡалы хайуандар, башһөйәкһеҙҙәр(ru:Головохо́рдовые (лат. Cephalochordata)), оболочниктар (төҙөлөш яғынан умыртҡалыларға яҡын торған хордалы диңгеҙ хайуандары) инә.

Хайуандар донъяһында хордалылар нерв системаһы төҙөлөшө буйынса иң юғары баҫҡыста тора. Хронология тәртибе буйынса — иң йәш тип. Донъяла 60 000 тирәһе төр билдәле, шуларҙың 4300-е Рәсәйҙә тереклек итә.

Төп билдәләре

  1. Төп үҙенсәлектәрен береһе — хорда рәүешендәге үҙәк һөлдә булыуы.
  2. Көпшә формаһындағы үҙәк нервы системаһының тәндең арҡа яғында, хорда өҫтөндә урынлашыуы.
  3. Эсәклектең ҡорһаҡ яғында урынлашыуы һәм йотҡолоҡ стенаһында айғолаҡ ярыҡтарының булыуы. Айғолаҡ ярыҡтары һыу хайуандарында бөтә тереклектәре дауамында һаҡлана, ә үпкә менән һулыш алыусы ер өҫтө хайуандарында яралғы үҫешенең баштағы стадияларында ғына була.
  4. Тәндәре ике яҡлы симметриялы.
  5. Өс ҡатлаулы хайуандар
  6. Тән ҡыуышлығы икенсел (вторичная полость тела).
  7. Ҡан тамырҙар системаһы йомоҡ(оболочниктарҙан башҡаһы).

Хордалылар тибын классификациялау

  1. Башһөйәкһеҙҙәр ярым тибы[1][2] (лат. Acrania) Уларҙың баш мейеһе һәм баш һөлдәһе юҡ. Шуға ярашлы, уларҙы башһөйәкһеҙ хордалылар төркөмөнә айыралар. Шулай уҡ, уларҙың үҙәк һөлдәһе (көсһөҙ арҡа үҙәге — хорда) һәм айғолаҡ ярыҡтары бөтә тереклектәре дауамында һаҡлана.
  2. Умыртҡалылар ярым тибы (лат. Vertebrata). Баш һөлдәһе менән һаҡланған баш мейеһе һәм хорда урынында кимерсәк йәки һөйәк умыртҡаларҙан торған умыртҡалығы булған хордалы хайуандарҙы башһөйәклеләр, йәки умыртҡалылар, төркөмөнә берләштерәләр.
  3. Оболо́чниктар ярым тибы (лат. Tunicata, Urochordata). Хордалары личинка стадияһында ғына булып, аҙаҡ үҫеш дәүерендә юҡҡа сыға (личиночнохо́рдовые).

Һылтанмалар

  • Бесчерепные // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • В.М. Константинов, С.П. Наумов, С.П. Шаталова Зоология позвоночных — М.: Академия, 2000. — Б. 9. — 496 б.
  • license
    cc-by-sa-3.0
    copyright
    Wikipedia authors and editors

    Хордалылар: Brief Summary ( Bashkir )

    license
    cc-by-sa-3.0
    copyright
    Wikipedia authors and editors