dcsimg

Ваҡ себен турғайы ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Ваҡ себен турғайы (рус. малая мухоловка, лат. Ficedula parva) — турғайҙар отрядындағы ҡош.

Ҡылыҡһырлама

Турғайҙан байтаҡ бәләкәйерәк. Күберәк яңғыҙ йөрөй. Ағастың түбәнге ботаҡтарында ҡанаттарын төшөрөп, ҡойроғон күтәрә биреп ултыра. Ваҡыт-ваҡыт оса биреп, һауалағы бөжәктәрҙе тотоп ала. һырт яғы көрәнһыу һоро. Кәүҙәһенең аҫ яғы аҡ. Ҡара ҡойроғоноң ике яғынан киң генә аҡ һыҙыҡтар үтә. Ата ҡоштоң тамағы һәм түшенең өҫкә өлөшө ерән. Башҡа себен турғайҙарынан һоро һырты, киң һыҙыҡлы ҡойроғо менән айырыла.

Тауышы

Тауышы тоноҡ ҡына: «си-ли-си-ли» йәки яҡшы ишетелерлек тырылдай: «тиррр».

Йәшәү рәүеше

Йыуан ағаслы ҡуйы урмандарҙа йәшәй. Осоп йөрөүсе бөжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ағас ҡыуыштарында йәки ботаҡтар араһында оялай. Ҡыҙғылт һоро таплы 5—6 бөртөк алһыу һары йәки йәшкелт аҡ йомортҡаһы була. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерә.

Әҙәбиәт

  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ № 3478 28.693.35 И 90
  • Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. — ISBN 5-88666-011-9

Иҫкәрмәләр

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors

Ваҡ себен турғайы: Brief Summary ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Ваҡ себен турғайы (рус. малая мухоловка, лат. Ficedula parva) — турғайҙар отрядындағы ҡош.

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors